ӨФӨ МЕТАЛЛ ҺӘМ ПЛАСТМАССА ӘЙБЕРҘӘР ЗАВОДЫ, ФДУП. Терәк‑хәрәкәт аппараты функциялары боҙолған кешеләр өсөн реабилитация саралары һәм мед. техникаһы етештерә (ҡул таяҡтары, ҡултыҡ таяҡтары, кресло-коляскалар, протез ярым фабрикаттары һ.б.). Составына ағас эшкәртеү, гальваник, инструменталь, механика, автотранспорт, инвалидтарҙың йөрөү сараларын техник яҡтан хеҙмәтләндереү, стандарт булмаған ҡорамалдар эшләү, йыйыу цехтары инә. 2013 й. 190 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә ебәрелә. 1973 й. Өфө һәм Шаҡша протез ярым фабрикаттар з‑дтары (икеһе лә 1935 й. асылған) берләшкәндән һуң Өфө йөрөү саралары з‑ды булараҡ ойошторола, 1981 й. хәҙ. исемен йөрөтә (1994 й. кресло‑коляскаларҙы сериялы етештереү башлана), 1997 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела 1992 й. тармаҡта тәүге тапҡыр электролиз‑һыу генераторҙарында деталдәрҙе кислород‑водород ҡулланып иретеп йәбештереү, гидропроцессорҙарҙа ҡатмарлы профилле деталдәрҙе һалҡын килеш төшөрөү индерелә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018