ӨФӨ МАКАРОН ФАБРИКАҺЫ. 1935 й. “Пролетарка” Ө.м.ф. булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1955 й. алып Ө.м.ф., 1992 й. — ААЙ (2000 йй. башында бета‑каротинлы макарон изделиеларын сығарыу үҙләштерелә), 2005 й. ябыла. 60—80‑се йй. илдәге макарон сәнәғәтенең төп пр‑тиеһы булған. Составына преслау, киптереү, фасовкалау, механика, транспорт, электр цехтары; он линияһы; лаб. ингән. 2002 й. 175 кеше эшләгән. Продукцияһы (20 төрҙән ашыу) БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке