ӨФӨ ЛАК-БУЯУ ЗАВОДЫ, ЯАЙ. Буяуҙар, коррозияға ҡаршы һәм махсус тәғәйенләнешле материалдар етештерә. Составына: 1‑се һәм 2‑се цехтар, лаб. инә. 2012 й. 50 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1941 й. эвакуацияланған 1‑се һәм 2‑се Мәскәү буяу з‑дтары базаһында “Полиграф” тресының 4‑се буяу з‑ды булараҡ ойошто‑ рола (составына механика, ҡара һәм төҫлө буяуҙар, буяу цехтары, лаб. ингән; гәзит, китап баҫыу һәм маляр буяуҙары етештергән), 1949 й. алып 4‑се полиграфия буяуҙары з‑ды (обойҙар өсөн паста буяуҙары, әлиф, вальц массалары, бронза фольгалары етештереү үҙләштерелә), 1950 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1990—98 йй. Өфө синтетик мастика тәжрибә з‑ды, 1992 й. башлап ААЙ, 2010 й. хәҙ. статусын ала. Завод бинаһы — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

С.Ю.Шавшукова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке