ӨФӨ КРАН ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Йөк күтәреү ҡорамалдарын етештереү, монтажлау, ремонтлау, техник диагностикалау, металл конструкциялар һәм вентиляция системалары эшләп сығарыу м‑н шөғөлләнә. Составына йөк күтәреү ҡорамалдарын монтажлау, ремонтлау, вентиляция, металл конструкциялар, төҙөлөш, автотранспорт участкалары инә. 2012 й. 67 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. 1969 й. Өфө эксперименталь ремонт-механика з‑ды булараҡ нигеҙ һалынған, 1986 й. алып “Өфө” эксперименталь ремонт‑механика з‑ды, 1990 й. — ҠП, 1993 й. башлап хәҙ. исемдәге ЯСШ, 1998 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018