ӨФӨ ҠАЛА ЭЛЕКТР СЕЛТӘРҘӘРЕ, Өфө һәм Өфө р‑ны ҡулланыусыларына электр энергияһын тапшырыуҙы һәм бүлеүҙе тәьмин итә. Оператив‑диспетчер хеҙмәте Өфөлә урынлашҡан, Көнсығыш, Көнбайыш, Төньяҡ, Өфө Үҙәк, Көньяҡ‑Көнсығыш, Көньяҡ электр селтәрҙәре райондарының диспетчер пункттары эшләй. Ө.ҡ.э.с. составында дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 2286,5 МВ•А булған 35—110 кВ көсөргәнешле 51 электр подстанцияһы, 144 бүлеү пункты, 1750 трансформатор подстанцияһы, 0,4 кВ (оҙонлоғо 3669,2 км), 6—10 кВ (3183,1 км) һәм 35—110 кВ (74,4 км) көсөргәнешле һауа һәм кабель электр тапшырыу линиялары бар. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 58336 шартлы берәмек тәшкил итә. 1940 й. Өфө энергокомбинаты составындағы Өфө электр селтәрҙәре булараҡ асыла, 1992 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ‑ның структур бүлексәһе, 2005 й. — Өфө электр бүлеү селтәрҙәре “Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ бүлендек йәмғиәте филиалы, 2012 й. башлап “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” ААЙ “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ бүлендек йәмғиәтенең Ө.ҡ.э.с. производство бүлексәһе.

Әҙәб.: С а д р е т д и н о в М.Г., Ш у г а н о в Ю.М. ...Плюс электрификация. Уфа, 1984.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018