АРКТОУС (Arctous), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда альп А. үҫә. Түшәлеп үҫеүсе, япраҡ ҡойоусы бәләкәй ҡыуаҡ, бейеклеге 15—55 см. Һабағы һорғолт, тамырланыусы. Япрағы кире йомортҡа йәки оҙонса-эллипс формаһында, ваҡ бысҡы ситле, нигеҙенә ҡарай оҙон шына һымаҡ тарайған, керпексәле һаплы, нәҙек, яланғас, япраҡтың аҫҡы өлөшөндә ныҡ беленеп тороусы ҡуйы һеңерсә селтәре бар. Сәскәһе йәшкелт аҡ, көршәк формаһында, ваҡ, былтырғы ботаҡтарҙың остарында ҡыҫҡа тәлгәштәргә (уның нигеҙендә 3—4 тәңкә һымаҡ япраҡ бар) йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше тумалаҡ, һутлы төшлө (тәүҙә ҡыҙыл, көҙ һуңында ҡуйы ҡыҙыл), авг.—сент. өлгөрә. Машаҡ һәм Нәре һырттарының (Белорет р-ны) тау тундраһында үҫә. Ағыулы үҫемлек, емеше ҡоҫтора һәм ашҡаҙан ауыртыуын тыуҙыра. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке