ӨФӨ ИТ‑КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, ААЙ. 180 төрҙән ашыу колбаса, 20 төрҙән ашыу ит консервалары, 20 төрҙән ашыу ярым фабрикат етештерә. Составында колбаса (1993), ит ярым фабрикаттары (1974), малды беренсел эшкәртеү (1987), сосиска һәм бешкән колбаса етештереү (1991), консерва (1996) цехтары; һыуытҡыс (1954) бар. 2013 й. 820 кеше эшләгән. Продукцияһы БРҙа һәм РФтың башҡа төбәктәрендәһатыла. 1940 й. ойошторола, 1949 й. файҙаланыуға индерелә, 1993 й. хәҙ. статусын ала, 2002 й. алып “Продо” Бөтә Рәсәй аҙыҡ холдингы (Мәскәү) составына инә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.