ӨФӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ №2, ААЙ. Кондитер изделиелары етештерә. Составында – кондитер цехы. 2012 й. 77 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1940 й. пекарня һәм 3‑сө икмәк з‑ды базаһында асыла (1970 й. кондитер изделиелары етештереү ойошторола), 1979—82 йй. “Уфахлеб” ПБ составында, 1982 й. комб‑т составына Павловка (Нуриман р‑ны Павловка а.) һәм 6‑сы, 7‑се, 8‑се (90‑сы йй. уртаһына тиклем), 10‑сы (2003 й. тиклем) Өфө икмәк з‑дтары ингән, 2001 й. алып ДУП, 2013 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр бисквит ярым фабрикаты нигеҙендә пирожныйҙар етештереү ысулы эшләнә һәм индерелә (2001).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.