“ӨФӨ” х а л ы ҡ - а р а а э р о п о р т ы, ААЙ. Авиакомпаниялар һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү, йөк, почта, багаж ташыу м‑н шөғөлләнә; бөтә төр һауа судноларын ҡабул итә. Составында ҡунаҡхана, автостоянка, ангарҙар, яғыулыҡ‑заправка комплексы һ.б. бар. 1924 й. Өфө кантоны Глумилин а. янында самолёттар өсөн тәүге ангар төҙөлә, 1933 й. а.х. авиацияһы отряды ойошторола (ҡара: “Башҡортостан авиалиниялары”); 1958 й. Ли‑2 самолёттарын ҡабул итеү өсөн осоу‑ултырыу һыҙаттарын реконструкциялау тамамлана. 1962 й. аэропорт эшләй башлай (Ту‑124, Ан‑10, Ан‑24, Ил‑18 һауа судноларын ҡабул итә, 1974 й. алып — Ту‑154; 1990 й. алып осоу‑ултырыу һыҙаттарын реконструкциялағандан һуң — Ан‑124, Боинг‑747). 1992 й. халыҡ‑ара, 1999 й. “Башҡортостан авиалиниялары” ДУП составынан сыҡҡандан һуң, хәҙ. исемле ДУП, 2002 й. алып ФДУП, 2006 й. хәҙ. статусын йөрөтә. 2001 й. халыҡ‑ара терминал эксплуатацияға индерелә (сәғәтенә 200 пассажир ҡабул итә). 2007 й. — эске ташыу терминалын (сәғәтенә 600 пассажир), 2015 й. — халыҡ‑ара терминалды (сәғәтенә 800 пассажир ҡабул итә) реконструкциялау тамамлана. Пр‑тие м‑н Ф.Ш.Үтәшев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Шулай уҡ ҡара: Һауа транспорты.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.