ӨФӨ АҘ КҮЛӘМЛЕ НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ ПРОИЗВОДСТВОЛАРЫНЫҢ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ. Пилот ҡулайламаларында технологик процестарҙы үҙләштереү, катализаторҙар һайлап алыу, аҙ күләмле продукция етештереү һ.б. м‑н шөғөлләнгән. 1966 й. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның Өфө тәж. з‑ды булараҡ асыла, 1992 й. алып Өфө аҙ күләмле нефтехимия производстволарының тәж. з‑ды дәүләт пр‑тиеһы, 2004 й. алып Нефтехимия эшкәртеү институты составында тәжр.‑эксперименталь производство. Пр‑тиела СССР‑ҙа тәүге тапҡыр ИКБ серияһындағы коррозия ингибиторҙары (1966), нефть ҡорамалдарын коррозиянан һаҡлау ысулы (1970) производствоға индерелә. Составына нефтте һәм нефть продукттарын ректификациялау, ауыр ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, гидрирлау һәм нефтехимия синтезы, синтетик буяуҙар, лактар һәм уларҙың ҡатышмаларын етештереү цехтары; проект‑конструкторлыҡ бүлеге, контроль‑аналитик лаб., тауар‑сеймал участкаһы ингән. 2003 й. 98 кеше эшләгән. Һыуытҡыс шыйыҡсалар, быраулау өҫтәмәләре, битумдарға адгезион присадка, битумполимер мастика етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, Ҡаҙағстанға ебәрелгән.

В.А.Лелюшкин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.