ОСКОЛКОВ Константин Владимирович (8.5.1923, Алтай губ. Озёрное а. — 18.7.2013, Ишембай ҡ.), конструктор. БАССР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1988). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Алтай а.х. машиналары эшләү ин‑тын тамамлаған (Барнаул ҡ., 1954). 1947 й. алып Алтай трактор, 1963 й. — машиналар эшләү з‑дтарында (икеһе лә — Рубцовск ҡ.) эшләй; 1981 й. башлап Ишембай “Витязь” транспорт машиналары эшләү з‑дында: махсуслашҡан КБ нач. — төп конструктор, 1986—2005 йй. инженер- конструктор. “Витязь” сылбырлы тәгәрмәсле ике звенолы транспортёрҙарының унификацияланған ғаиләһен төҙөүҙә ҡатнашҡан. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1980). 10 уйлап табыу авторы. Ленин (1981), Окт. Революцияһы (1971), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика