ОСЕТРОВ Пётр Петрович (22.6.1913, Мәскәү губ. Канаево а. — 10.1.1987, Белорет ҡ.), инженер‑металлург. Мәскәүҙең “Ураҡ һәм Сүкеш” завод‑втузын тамамлаған (1938). 1931 й. алып Мәскәүҙә, 1940 й. — Германияла эшләй. 1941 й. алып Белорет металлургия комб-тында: цех нач. урынбаҫары, 1942 й. — цех нач., 1951 й. — баш инженер урынбаҫары, 1953 й. — баш инженер, 1958 й. — метиз производствоһы дир., 1960 й. — дир. урынбаҫары, 1965 й. — директор. 1974—77 йй. Гавана металлургия комб‑тында (Куба) совет белгестәре төркөмө етәксеһе. О. етәкс. продукцияның 60‑тан ашыу яңы төрө, ш. иҫ. металлокорд, ныҡ сым һәм сым шәлкеме етештереү технологияһы эшләнә һәм үҙләштерелә, СССР‑ҙа тәүге тапҡыр микросым етештереү ойошторола. Сталин пр. лауреаты (1952). Ленин (1966), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958), “Почёт Билдәһе”(1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика