ОРЁЛ Савва Лукич (12.1.1904, Киев губ. Черкассы ҡ. — 29.6.1981, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1968). Смела шәкәр ин‑тын тамамлаған (1927). 1919—24 йй. Бердичев ҡ., 1927 й. алып Черкассы, Рубежное (бөтәһе лә — Украина ССР‑ы), Сталиногорск ҡҡ. эшләй. 1941—70 йй. Өфө химия з‑дында: етештереү-техник бүлек нач., 1944 й. башлап дир. урынбаҫары, 1945 й. — директор. Уның етәкс. көкөрт кислотаһы, хлор, каустик сода, гербицидтар һ.б. етештереү үҙләштерелгән. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1953, 1965).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика