ОЛО ТЕЛӘК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1940 й. БАССР ХКС‑ы эргәһендәге урындағы яғыулыҡ сәнәғәте идаралығына ҡараған “Уфгорпиттрест”ың ағас әҙерләү контораһы булараҡ ойошторола, 1941 й. алып Оло Теләк ҡала урман сәнәғәте хужалығы, 1961 й. — Өфө ҡала урман сәнәғәте хужалығының Оло Теләк ағас-таҡта әҙерләү пункты, 1970 й. — О.Т.у.с.х., 1998 й. — МУП, 2003 й. ябыла. Составына Иглин мебель ф‑каһы (1957 й. асылған) ингән. 2000 й. 31 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.