ОКТЯБРЬСКИЙ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, 1961 й. “Востокнефтестройматериалы” тресының карьер хужалығы нигеҙендә ойошторола, 1988 й. алып “Стройдеталь” ПБ составында, 1990 й. — “Стронег” ААЙ составында: филиал, 1996 й. башлап бүлендек ЯСЙ, 2004 й. ябыла. Ваҡ бөртөклө асфальтлы бетон, ҡырсын-ҡомташ ҡатышмалары; тротуарҙар өсөн бетон, пенополистирол, бүлмә бүлеү өсөн гипс плиталар; бетон, гипс блоктары; төҙөлөш ҡомо, сорттарға айырылған ҡырсын етештергән. 2004 й. 202 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Р.Х.Әһлиуллина

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018