ОКТЯБРЬСКИЙ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ, махсус кейем (Оборона министрлығы, ЭЭМ, мед. учреждениелары, йәмәғәт туҡланыуы пр‑тиелары һ.б. өсөн), түшәк кәрәк-ярағы, ҡатын-ҡыҙ, ир-ат һәм балалар кейеме (курткалар, плащтар, комбинезондар, мәктәп формаһы, күлдәктәр, салбарҙар һ.б.) тегеү пр‑тиеһы. 1957 й. урындағы сәнәғәт ҡала комб‑ты (1946 й. асылған) базаһында ойошторола, 2002 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына әҙерләү, бесеү, мамыҡ, эксперименталь, комплектлау һ.б. цехтар ингән. 2003 й. 174 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Р.Х.Әғлиуллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018