АРКАДИЙ (донъяуи исеме Фёдоров Григорий; 1786, Владимир губ. — 8.5.1870, Александр Свирский монастыры, Олонец губ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1828—31). Архиепископ (1833), архимандрит (1818). Монахлыҡ ҡабул иткән (1814). Владимир дини семинарияһын тамамлаған (1808). 1818 й. алып Владимир Раштыуа монастырының иеромонахы, 1823—28 йй. Минск, Ярославль ҡҡ. дини семинариялар ректоры. 1831 й. башлап Мәскәү патриархияһы епархияларында хеҙмәт итә. 1859 й. монастырға китә һәм схима ҡабул итә. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында старообрядсылыҡҡа ҡаршы көрәш алып бара, әүҙем миссионерлыҡ эшмәкәрлеген йәйелдерә. Өфөлә дини семинарияның уҡыу программаһына башҡ., татар, сыуаш телдәрен уҡытыуҙы индерә. А. булышлығы м‑н Бөгөлмә (1831) һәм Силәбе (1830) ҡҡ. дини уч‑щелар асыла.

Әҙәб.: Сергеев Ю.Н. Уфимско‑Оренбургские епископы первой половины XIX века: материалы к биогр. слов. // Башкирский край. Уфа, 1994. Вып. 5.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке