ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, 1986 й. Октябрьский нефть һәм газ ҡорамалдары з‑ды булараҡ ойошторола, 1992 й. “ОЗОНИГ—ЛУКойл” ЯАЙ булараҡ “ЛУКойл” нефть компанияһы составына инә, 1999 й. окт. алып “ЛУКойл—ОЗОНИГ” ААЙ, 1999 й. дек. — “ЛУКойл—Нефтегазмаш”, 2005 й. — О.н.һ.г.м.э.з., 2009 й. ябыла. Составына тимерлек-штамплау һәм механика цехтары, транспорт участкаһы ингән. Автомобиль майын ҡойғостар, нефть промыслаһы эштәрен механизациялау өсөн махсус автомобиль техникаһы, нефть промыслаһы автоцистерналары, станок-качалкаларҙы йүнәтеү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн агрегаттар, кран-манипуляторҙар һ.б. етештергән. 2003 й. 253 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Р.Х.Әғлиуллина

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика