ОКТЯБРЬСКИЙ МАХСУС ТЕХНОЛОГИЯ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, автомобилдәр өсөн деталдәр, комплектлау изделиела‑ ры һәм запас частар етештереү пр‑тиеһы. 1986 й. Октябрьский эксперименталь тәж. з‑ды базаһында “Автоприбор” ПБ‑ның О.м.т.ҡ.з. булараҡ ойошторола, 1995 й. алып ЯСЙ, 1996 й. — муниц. пр‑тие, 2009 й. ябыла. Составына 4 механика һәм йыйыу цехы ингән. 2002 й. 191 кеше эшләгән. Винтлы домкраттар, ике бағаналы күтәргестәр, боролош һәм яҡтылыҡ күрһәткестәрен күсергестәр, тәгәрмәстәрҙе ҡуйыу мөйөштәрен контролдә тотоу өсөн лазер ҡоролмалары һәм еңел автомобилдәрҙең кузовын төҙәтеү өсөн стендтар һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Р.Х.Әғлиуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика