ОКТЯБРЬСКИЙ КҮН АЯҠ КЕЙЕМЕ КОМБИНАТЫ. 1960 й. Октябрьский аяҡ кейемдәре ф‑каһы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1993 й. алып ДУП, 2001 й. Октябрьский күн з‑ды (1969 й. ойошторолған) м‑н берләштерелгәндән һуң О.к.а.к.к., 2003 й. башлап ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына күн һәм аяҡ кейемдәре производстволары ингән. 2003 й. 614 кеше эшләгән. Ысын күн, күн тауарҙар (галантерея изделиелары, көндәлек һәм махсус тәғәйенләнешле аяҡ кейемдәре, ысын күндән һәм яһалма материалдарҙан балалар аяҡ кейемдәре һ.б.), махсус кейем, кер һабыны етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Р.Х.Әғлиуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика