“ОЗНА” а к ц и о н е р ҙ а р к о м п а н и я һ ы, ААЙ. Нефть-газ һәм ҡаҙан ҡорамалдары, ш. иҫ. скважиналар продукцияһының дебитын үлсәү, ҡатлам баҫымын һаҡлау системалары, нефтте әҙерләү һәм һурҙырып ағыҙыу өсөн ҡулайламалар етештерә. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. Составына блоклы ҡорамалдар, запас частар, механик йыйыу, суйын ҡойоу производстволары инә. 2012 й. 1998 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла. 1953 й. Октябрьский ремонт-механика з‑ды булараҡ ойошторола, 1983 й. алып “Нефтеавтоматика” з‑ды (Октябрьский ҡ., 1958 й. ойошторолған) м‑н берләштерелгәндән һуң — Октябрьский автоматлаштырылған ҡорамалдар һәм приборҙар з‑ды, 1990 й. — ҠП, 1993 й. — “ОЗНА” ААЙ, 1996 й. хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика