ОВЧАРЕНКО Василий Моисеевич (15.5.1910, Екатеринослав губ. Успенка а. — 14.5.1965, Белорет ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Каменка металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң (1931) Макеевка ҡ., 1932 й. алып Константиновка ҡ. (бөтәһе лә — Украина ССР‑ы) эшләй. 1938 й. башлап Свердловск өлк.: Яңы Тагил (Түб. Тагил ҡ.), 1941 й. алып Кушва металлургия з‑дтары директо‑ ры. 1946—65 йй. Белорет металлургия комб‑ты директоры. Уның етәкс. комб‑тта СССР‑ҙа тәүге тапҡыр металл эшләнмәләр продукцияһының иң яңы төрҙәрен сығара башлайҙар, юғары ныҡлыҡтағы сым һәм металл корд цехтары файҙаланыуға индерелә, ҡатыштырылған сым, микросым цехтары төҙөлә башлай. Ленин (1958), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. О. исеме м‑н Белоретта урам аталған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика