АРИТҠОЛОВ Рәмил Камил улы (1.3.1978, Кәркә ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Ҡазан пед. ун‑тын тамамлаған (2001). Туймазы ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.А.Суханов). Бина эсендә 800 м йүгереүҙә Рәсәй чемп. (2006), 800 м, 1500 м (2002) һәм 800 м (2006) йүгереүҙә Рәсәй Кубоктарын яулаусы; Рәсәй чемпионаттары призёры: 800 м йүгереүҙә көмөш (2002—04) һәм экиден б‑са бронза (2003); 800 м йүгереүҙә Бөтә донъя универсиадаһы призёры (2003), 1500 м йүгереүҙә Бөтә Рәсәй ауыл спорт уйындары чемп. (2001). Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселегенең көмөш (2000) һәм бронза (1999) призёры. Студенттар араһында Рәсәй беренселегенең көмөш призёры (1999). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке