НУХОВ Фәрит Әйүп улы (21.3.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Иҫке Меңйетәр а., хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Меңйетәр а., — 19.3.1990, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1948—50 йй. һәм 1954—90 йй. ӨМЭПБ‑ла слесарь-йыйыусы булып эшләй. БАССР ЮС‑ының 10—11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1975), Окт. Революцияһы (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.Ф.Нухов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Илл.: Ф.Ә.Нухов

Текст на русском языке