НУРА УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләгән. 1964 й. Белорет р‑нында ойошторолған, 1987 й. алып “Башагропромстрой” тресы (ҡара: “Башсельстрой”) составында, 2000 й. — МУП, 2001 й. ябыла. Составына Ҡатарыж, Нура, Урал аръяғы ағас әҙерләү участкалары, ағас әйберҙәр эшләү, арболит цехтары һ.б. ингән. 2000 й. 126 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.  

О.В.Васина

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика