НОВОКЩЕНОВ Василий Сергеевич (30.12.1899, Царицын ҡ. — 21.12. 1975, Өфө), инженер. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Дон политехник ин‑тын тамамлаған (Новочеркасск ҡ., 1929). 1922—23 йй. Царицын ҡ., 1930—41 йй. Краснодар, Грозный ҡҡ. эшләй; 1943 й. алып Өфө НЭЗ‑ында: 1951 й. тиклем һәм 1955—64 йй. баш инженер урынбаҫары, 1951 й. башлап катализатор ф‑каһы дир., 1953 й. — баш инженер урынбаҫары вазифаһын башҡара; 1954—55 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑ның фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Н. ҡатнашлығында СССР‑ҙа тәүге тапҡыр фосфорлы катализатор етештереү алымы эшләнә. Сталин пр. лауреаты (1949). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1944). 

Т.П.Лелюх

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика