НИКИФОРОВ Кузьма Фёдорович (14.11.1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Аҡбай а. — 3.8.1986, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Мәсәғүт а.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сауҙа хеҙм‑ре (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Балаҡатай р‑нында эшләй: ВКП(б)‑ның район ком‑тында, 1948 й. башлап хәрби комиссариаттың адм.-хужалыҡ бүлеге нач., 1949— 50 йй. һәм 1954—55 йй. район башҡарма ком‑тында, 1950—54 йй. контроль-ревизия идаралығында. 1955 й. алып Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар йәмғиәте союзында: 1958 й. тиклем Балаҡатай, 1960—62 йй. һәм 1966—86 йй. — Дыуан, 1964 й. алып Салауат идаралары рәйесе, 1962—64 йй. Яңауыл район-ара база директоры. Ленин (1986), Окт. Революцияһы (1976), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдә .е” (1971) орд. м-н бүләкләнгән.  

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика