НИКИТЕНКО Николай Максимович (15.12.1923, Украина ССР‑ы Лиман а. — 9.7.1999, Бәләбәй ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР аҙыҡ‑түлек индустрияһының атҡ. хеҙм‑ре (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. һәм 1946—47 йй. Змиёв һөт з‑дында (Украина ССР‑ы) , 1947—94 йй. Бәләбәй һөт комб‑тында эшләгән: мастер, технолог, 1954 й. алып директоры. Н. етәкс. етештереү күләме арта, продукцияның ассортименты киңәйә, сыр эшләү цехы төҙөлә. Окт. Революцияһы (1986), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) орд. м‑н бүләкләнгән.  

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика