“НИЗКОВОЛЬТНИК”, түбән вольтлы электр аппаратураһы етештереү пр‑тиеһы. 1961 й. ойошторола, 1962 й. Октябрьский түбән вольтлы электр аппаратураһы з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1989 й. алып ҠП, 1993 й. — “Н.” ЯАЙ, 1996 й. —ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына механик йыйыу, йыйыу, пластмасса эшкәртеү, инструмент, механика-штамплау, энергетика-механика цехтары һәм гальваник ысул м‑н ҡаплау, тара етештереү участкалары ингән. Идара итеү йәшниктәре, бүлеү шкафтары, индереү ҡоролмалары, яҡтыртыу һәм бүлеү щиттары, һүндергестәр, розеткалар, тоташтырғыстар һ.б. етештергән. 2005 й. 770 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика