АРИСТОВ Николай Александрович (1847 — яҡынса 1918), шәрҡиәтсе. Действительный статский советник. Дворяндарҙан. 1868 й. алып Етеһыу өлкә идараһында (Верный ҡ.) хеҙмәт итә, 1881—89 йй. Етеһыу өлк. ген.‑губернаторы ярҙамсыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре төрки халыҡтар этногенезы проблемаларына арналған. Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошон һәм этнонимикаһын өйрәнә, уларҙың формалашыуында төрки ҡәбиләләрҙең өҫтөнлөклө ролен билдәләй. Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1893). Император шәрҡиәт йәмғиәтенең Урта Азия бүлеге рәйесе урынбаҫары (1900).

Хеҙм.: Заметки об этническом составе тюркских племён и народностей и сведения об их численности. СПб., 1897.

А.М.Решетов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке