НИҒМӘТУЛЛИН Рамаҙан Муллағәле улы [16.7.1924, БАССР‑ҙың Тамъян- Ҡатай кантоны Иманғол а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 19.2.2002, Учалы ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың почётлы таусыһы (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940—42 йй. һәм 1950 й. алып Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында эшләй: забойсы, 1951 й. башлап экскаватор машинисы, 1979 й. — производствоға өйрәтеү инструкторы; 1982—91 йй. 30‑сы ПТУ‑ның (Учалы) производствоға өйрәтеү мастеры. РСФСР ЮС‑ының 7—8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдә .е” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.  

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика