НИҒМӘТЙӘНОВ Ғилман Вилдан улы [22.3.1911, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Туҡмаҡлы а. (БР‑ҙың Архангел р‑ны) — 18.6.1989, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1950). Куйбышев план ин‑тын тамамлағандан һуң (1935) БАССР Дәүләт планында эшләй: иҡтисадсы, төркөм етәксеһе, сектор нач., 1938 й. алып рәйес урынбаҫары, 1941 й. башлап һәм 1952— 58 йй. рәйес; 1942 й. алып ХКС рәйесе урынбаҫары, 1946 й. — БАССР ЮС‑ы Президиумы рәйесе, 1950 й. — Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑ның сектор нач., 1958—72 йй. БАССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары. Республиканың инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. СССР ЮС‑ының 2‑се, БАССР ЮС‑ының 2‑се, 4—8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1971), “Почёт Билдәһе” (1957, 1966) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Н. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

С.Ғ.Күсемова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика