НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, нефть эшкәртеү б‑са яғыулыҡ сәнәғәте тармағы. Нефть продукттары (ароматик углеводородтар, битумдар, ҡаҙанлыҡ яғыулығы, минераль майҙар, мотор яғыулығы, нефтле кокс, олефиндар, парафиндар, пектар, эреткестәр, әлифтәр һ.б.) етештерә. Нефть продукттары нефтехимия сәнәғәте өсөн сеймал булып тора. Н.э.с. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. барлыҡҡа килә. 1936 й. Ишембай нефть ҡыуыу з‑ды (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы), 1938 й. Өфө крекинг з‑ды (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы), 1951 й. Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, 1956 й. Яңы Ишембай НЭЗ‑ы (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), 1957 й. Черниковка НЭЗ‑ы (ҡара: “Уфанефтехим”), 1974 й. Ҡарман НЭЗ‑ы (Яңауыл р‑ны) файҙаланыуға тапшырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. Н.э.с. авиация һәм автомобиль бензиндары, трактор кәрәсине, майлаусы майҙар һ.б. етештерә. 1940 й. алып нефть заводтарына идара итеү Башҡ‑н нефть комб‑ты (ҡара: “Башнефть”), 1945 й. — “Башнефтезаводы” тресы, 1957 й. — Башҡ‑н ХХС‑ы эргәһендәге Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү б‑са идаралыҡ, 1965 й. — “Башнефтехимзаводы” ПБ,__ 1994 й. башлап “Башҡортостан нефтехимия компанияһы” ААЙ тарафынан тормошҡа ашырыла. Өфө НЭЗ‑ында илдә тәүге тапҡыр көкөртлө һәм юғары көкөртлө башҡ. нефтен эшкәртеү технологияһы үҙләштерелә. Нефтте тоҙһоҙландырыу, бензинды көкөртлө берләшмәләрҙән таҙартыу, ҡорамалдарҙы коррозиянан һаҡлау, катализаторҙар етештереү, асыҡ төҫтәге нефть продукттары сығарыуҙы арттырыу, технологик ҡулайламаларҙың ҡеүәтен арттырыу, продукция ассортиментын киңәйтеү б‑са мәсьәләләр хәл ителә. 70‑се йй. уртаһына тиклем Башҡ‑н нефть з‑дтары (ҡара: Нефть сығарыу сәнәғәте) башҡ. нефтен, һуңынан Көнбайыш Себер нефтен эшкәртә. Сеймал сифатында заводтар ш. уҡ газ конденсатын, эйәрсен нефть газдарын һәм нефть эшкәртеү газдарын (ҡара: Углеводород газдар) ҡуллана. Нефть эшкәртеүҙең технологик схемаларында алкиллаштырыу, асфальтһыҙлаштырыу, висбрекинг, газ фракциялау, гидрокрекинг, изомерлаштырыу, каталитик крекинг, кокслаштырыу, нефть ҡыуыу, пиролиз, ректификация, риформинг, парафинһыҙлаштырыу, термик крекинг һ.б. ҡулайламалар файҙаланыла. РФ‑та ҡулланылған күпселек технологик процестар тәүге тапҡыр Башҡортостанда эшләнә һәм һынала (ҡара: Нефтехимия эшкәртеү институты). Нефтте беренсел эшкәртеү күләме б‑са БР РФ‑та 1‑се урынды алып тора: 1960 й. 29,1 млн т, 1980 – 61,5, 1990 – 45,7, 2000 – 25,6, 2010 – 27,8 млн т нефть эшкәртелгән. 2012 й. БР‑ҙа нефть эшкәртеү тәрәнлеге 82,0%‑ҡа етә (РФ‑та иң ҙур күрһәткес). БР‑ҙың сәнәғәт производствоһының дөйөм күләмендә Н.э.с. өлөшө 40,6% тәшкил итә (2004). Производствоны комбинациялау һәм сеймалды комплекслы файҙаланыу нигеҙендә БР‑ҙың Н.э.с. 200‑гә яҡын нефть продукттары етештерә (ҡара: табл.). 2012 й. нефть продукттары етештереү м‑н 73 пр‑тие һәм терр‑я б‑са айырым бүлектәр шөғөлләнгән. Тейәп ебәрелгән продукцияның күләме респ. сәнәғәт секторы күләменең 44,4%‑ын тәшкил итә. «“Башнефть” АНК» ААЙ, “Газпром нефтехим Салават” ААЙ иң эре пр‑тиелар булып тора. Продукцияһы РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. Белгестәр Нефть техник университетында, Салауат индустриаль колледжында, Өфө яғыулыҡ‑энергетика колледжында һ.б. әҙерләнә. Республикала НЭЗ проекттарын “Башгипронефтехим” ин‑ты эшләй, “Башнефтезаводстрой” ААЙ һәм Трест №21 төҙөй, технологик ҡорамалдарҙы “Востокнефтезаводмонтаж” акционерҙар компанияһы монтажлай.

Әҙәб.: М о в с у м з а д з е Э.М., М у р т а з и н М.Б. Очерки по истории развития нефтяной промышленности Урало-Поволжского региона. Уфа, 1995.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Башҡортостан Республикаһында нефть продукттарының төп төрҙәрен етештереү, мең т

 

1990

1995

2000

2005

2010

Автомобиль бензины

5732

4833

4775

5900

5385

Дизель яғыулығы

13826

8168

8164

9644

9745

Яғыу мазуты

14348

10724

7011

5683

4496

Майлаусы майҙар

774

502

333

130

184

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика