НЕФТЬ СЫҒАРЫУ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡ сәнәғәте тармағы. Нефть ятҡылыҡтарын эҙләү, разведкалау, сығарыу һәм эксплуатациялау эштәрен башҡара. Башҡортостанда Н.с.с. барлыҡҡа килеүе 1929 й. “Уралнефть” тресының (1930 й. алып “Востокнефть”) нефткә геология‑разведка эштәрен ойоштороуына һәм 1932 й. Стәрлетамаҡ контораһының Ишембай нефть ятҡылығын тикшереү өсөн быраулау эштәрен асыуына бәйле. Ятҡылыҡты эшкәртеү өсөн нефть промыслаһы ойошторола (ҡара: “Ишимбайнефть”). 1935 й. “Востокнефть” тресы базаһында “Башнефть” тресы, 1937 й. Туймазы нефть разведкаһы һәм разведка быраулауы контораһы, 1938 й. “Туймазанефть” тресы төҙөлә. 1940—45 йй. респ. бөтә нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү пр‑тиелары Башнефтекомбинат составында була (ҡара: “Башнефть”). Ишембай майҙанында сығарылған нефтте тәүҙә ылауҙарҙа Раевка т. юл ст. тиклем, 1936 й. алып Ишембай—Өфө тимер юлы буйлап ташыйҙар, 1937 й. Ишембай—Өфө магистраль нефть үткәргесе төҙөлә. 1941 й. Баҡынан эвакуацияланған разведкалау тресы, респ. нефть разведкаһы һәм геол. эҙләнеү конторалары базаһында “Башнефтеразведка” тресы төҙөлә (1950 й. уның базаһында “Башзападнефтеразведка” һәм “Башвостокнефтеразведка” быраулау трестары ойошторола). 1950 й. 1‑се һәм 2‑се быраулау конторалары нигеҙендә “Туймазабурнефть” тресы ойошторола. 1970 й. нефть промыслаһы идаралыҡтары — НГДУ, быраулау трестары быраулау эштәре идаралығы итеп үҙгәртелә. БАССР‑ҙың Н.с.с. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тиҙ үҫешә, ҡеүәтле фәнни‑производство базаһы булдырыла: Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институты, “Башнефтегеофизика” тресы, “Башнефтепроект” ин‑ты, Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ҒТИ (ҡара: “Геофизика”), Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү институты. Ишембай, Октябрьский, Туймазы, Нефтекама ҡҡ. барлыҡҡа килә; Бәләбәй ҡ., Ҡандра, Яңауыл ҡасабалары үҫеш ала; Краснохолмский, Серафимовка ҡасабалары төҙөлә; нефть машиналары эшләү пр‑тиелары булдырыла (Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы һ.б.). 1955 й. БАССР нефть сығарыу б‑са илдә 1‑се урында тора (15,3 млн т), 1967 й. нефть сығарыу макс. кимәлгә — йылына 47,8 млн т етә. Артабанғы йылдарҙа ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙа нефть кәмеү, скважиналар дебиты кәмеү, нефттә һыу күп булыу (ҡара: Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеге) һ.б. арҡаһында нефть сығарыу күләме түбәнәйә. Ятҡылыҡтарҙы эшкәртә башлағандан алып респ. яҡынса 1,7 млрд т нефть, 86,6 млрд м3 газ (2012, ҡара: табл.) табылған. Нефть сығарыу күләме б‑са БР РФ‑та 4‑се урынды биләй. 2012 й. эшкәртелмәгән нефть һәм тәбиғи газ сығарыу, был өлкәлә хеҙмәттәр күрһәтеү м‑н 148 пр‑тие һәм терр‑я б‑са айырым бүлектәр шөғөлләнә. Тейәп ебәрелгән продукцияның күләме респ. сәнәғәт секторы күләменең 9,2%‑ын тәшкил итә. «“Башнефть” АНК» ААЙ, “Башнефть—Добыча” ЯСЙ (Өфө) һ.б. иң эре пр‑тиелар булып тора. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә һатыла. Н.с.с. м‑н Н.К. Байбаков, А.А.Блохин, И.М.Губкин, К.И. Коваленко, С.И.Кувыкин, Б.Ф. Сандурский, Е.В.Столяров, А.А.Трофимук һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Шулай уҡ ҡара: Газ сәнәғәте, Нефть буйынса белем биреү, Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү.

Әҙәб.: Летопись башкирской нефти. 1932—2007. Уфа, 2007. 

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Башҡортостан Республикаһы территорияһында нефть сығарыу

 

1932

1940

1960

1980

2000

2010

2012

Нефть сығарыу, мең т

5

1452

25349

36879

11704

13387

Нефть скважиналары- ның эксплуатация фонды, берәмектәрҙә

4

515

3107

13690

17923

18053

17187

Нефть сығарыу ысулдары (%), ш. иҫ.

 

 

 

 

 

 

 

фонтан м‑н

100

9,7

69,0

0,7

0,5

0,1

0,1

насос м‑н

90,3

31,0

99,3

99,5

99,9

99,9

Яндекс.Метрика