“НЕФТЕХИМРЕМСТРОЙ”, ААЙ. Нефтехимия, нефть эшкәртеү пр‑тиеларында объекттарҙы капиталь йүнәтеү б‑са төҙөлөш‑монтаж һәм махсус эштәр м‑н шөғөлләнә; базальтлы йылылыҡ һәм тауыш үткәрмәүсән материалдар, изделиелар һ.б. етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составына “Ремсервис” ЯАЙ (1999 й. асылған), “Башнефтехимремсервис” (2004), “Нефтехимремстрой‑Базальт” (2005), “Теплоэнергосервис”, “Нефтехимремстройсоцсервис” (икеһе лә — 2006), “Ремонт-төҙөлөш предприятиеһы”, “Ремонт‑төҙөлөш монтаж предприятиеһы” (икеһе лә — 2011), “РемСтройМеханизация” (2013) ЯСЙ‑лары. 2013 й. 650 кеше эшләгән. 1959 й. “Башнефтехимзаводстрой” дәүләт махсуслаштырылған төҙөлөш-монтаж тресы булараҡ асыла, 1966 й. алып “Башнефтехимремстрой”, 1991 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика