“НЕФТЕХИММАШ”, ААЙ. Нефтехимия машиналар эшләү продукцияһын етештерә. Маячный а. (Күмертау ҡ.) урынлашҡан. Составында 1‑се, 2‑се, 3‑сө ҡаҙан‑иретеп йәбештереү цехтары бар. 2012 й. 286 кеше эшләгән. Йылылыҡ һәм һыйҙырыш аппараттары, быу‑һыу һәм һыу йылытҡыстары, селтәрле газ сепараторҙары, нефть һәм газ сепараторҙары, һауа туплағыстар, ер аҫты һыйышлыҡтары, селтәрле дренаж фильтрҙар һ.б. етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1959 й. Салауат машиналар эшләү заводының Маячный филиалы булараҡ асыла, 1978 й. алып “Салаватнефтемаш” ПБ‑ның “Н.” заводы, 1991 й. алып “Н.” БП, 1994 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика