НЕФТЕХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, эшкәртеү сәнәғәте тармағы, унда етештереү процестары продукттарҙың нефтехимия синтезына нигеҙләнгән. Синтетик каучук производствоһы, мөһим органик синтез продукттары етештереүҙе, техник углерод производствоһы, резина‑асбест сәнәғәтен, шин сәнәғәтен үҙ эсенә ала. Нефть һәм газ углеводородтары Н.с. өсөн сеймал булып тора. Башҡортостан Н.с. үҫешенең тарихы нефть эшкәртеү процестарын камиллаштырыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиеларында производствоны комбинациялау м‑н тығыҙ бәйле. 50—60‑сы йй. НЭЗ‑да икенсел нефть эшкәртеү процестары киң таралыу ала. Нефтехимия продукт‑ тары етештереү өсөн кәрәк булған олефин, ароматик углеводородтар һ.б. сеймал төрҙәрен сығарыу үҙләштерелә. 1956—60 йй. Өфө синтетик спирт з‑ды (ҡара: “Уфаоргсинтез”), Салауат нефтехимия комб‑ты (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑ды (ҡара: “Каучук”), Өфө НЭЗ‑ында эре нефтехимия производстволары сафҡа индерелә. БР‑ҙың Н.с. ш. уҡ Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы, “Туймазытехуглерод” пр‑тиеһы, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы инә. БР‑ҙың Н.с. киң продукция ассортименты етештерә: полиэтилен, полипропилен, полистирол, поливинилхлорид, полиэтилентерефталат, сополимерҙар, синтетик май кислоталары, синтетик каучуктар, ыҫмалалар, спирттар, синтетик йыуыу саралары, фенол антиоксиданттар, коррозия ингибиторҙары, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, эфирҙар, яғыулыҡтарға, майҙарға, полимерҙарға һ.б. присадкалар (ҡара: табл.). БР сәнәғәт производствоһының дөйөм күләмендә Н.с. өлөшө 3,8% тәшкил итә (2004). Айырым нефтехимия продукцияһы төрҙәрен (ацетон, бутил спирты, изобутил спирты, синтетик этил спирты, синтетик каучук, этилен, пропилен, полипропилен, юғары баҫымлы полиэтилен, фенолдар) етештереү күләме б‑са БР РФ‑та төп урынды биләй. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. Белгестәрҙе Башҡорт дәүләт университетында, Нефть техник университетында, Стәрлетамаҡ химия‑технология техникумында, Салауат индустриаль колледжында һ.б. әҙерләйҙәр.

Әҙәб.: М о в с у м з а д е Э.М., М у р т а з и н М.Б. Очерки по истории развития нефтяной промышленности Урало‑Поволжского региона. Уфа, 1995.  

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Башҡортостан Республикаһында нефтехимия продукцияһының төп төрҙәрен етештереү, мең т

 

1991

1995

2000

2005

2010

Каучук

307

232

213

170

356

Бутил һәм изобутил спирттары

203

155

137

139

Синтетик май кислоталары

41,7

34,1

23

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика