“НЕФТЕМАШ”, Октябрьский нефть сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештереү з‑ды. 1964 й. Нарыш ремонт‑механика з‑ды базаһында Октябрьский трактор ремонтлау з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1978 й. алып “Башнефтемашремонт” ПБ‑ның Октябрьский “Нефтемашремонт” з‑ды, 1993 й. — «“Н.” Октябрьский з‑ды» ААЙ, 2000 й. — “Интеграл” холдингы составында, 2008 й. ябыла. 2003 й. 259 кеше эшләгән. Күтәргес крандар, үҙйөрөшлө ҡулайламалар, сиртмәле станоктар, бешкәкле торба ҡулайламалары етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын сит илдәрҙә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика