АРИСТАРХОВА Маргарита Константиновна (28.4.1952, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1999), проф. (2002), БР-ҙын атҡ. иҡтисадсыһы (2002), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2012). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй: 1993 й. алып ӨДАТУ эргәһендәге Төбәк тармаҡ-ара белгестәр квалификацияһын күтәреү үҙәге дир., 2001 й. башлап һалымдар һәм һалым һалыу каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре баҙар мөнәсәбәттәре иҡтисады, һалым һалыу, хаҡ яһалышы проблемаларына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Совершенствование инструментария управления реализацией федеральных целевых программ инновационной направленности. Уфа, 2009 (авторҙ.); Управление интеллектуальной собственностью промышленного предприятия. Уфа, 2009 (авторҙ.); Организационно-экономический аспект корпоративного налогового менеджмента. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке