НЕФТЕКАМА ЯҺАЛМА КҮН ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, “И с к о ж”, ААЙ. Төрлө тәғәйенләнешле яһалма күн; поливинилхлорид һәм полиэтилен плёнкалар; термик елемле һәм полиэфир ҡатлаулы, трикотаж, тышлыҡ материалдар; ир‑егеттәр, ҡатын‑ҡыҙҙар һәм балалар өсөн трикотаж әйберҙәр һ.б. етештерә. Составына поливинилхлорид тышлы туҡымалар (1970 й. нигеҙләнгән), трикотаж (1973), иләү (1979), туҡыу (1999), трикотаж тышлыҡ материалдар (1981), елем төртөп ҡапланған ҡатлама материалдар (1988), поролон (1996), тегеү, резина‑техник изделиелар (икеһе лә — 2010) производстволары инә. 2012 й. 3146 кеше эшләгән. Продукцияһы БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре, яҡын сит ил сәнәғәтенең автомобиль, авиация һәм а.х. машиналарын эшләү, күн‑галантерея, тегеү, трикотаж, аяҡ кейеме һәм башҡа тармаҡтары пр‑тиеларына ебәрелә. 1968 й. ойошторола, 1970 й. яһалма күн з‑ды булараҡ сафҡа индерелә, 1971 й. алып “Кама” Нефтекама яһалма күн з‑ды, 1973 й. — Нефтекама яһалма күн комб‑ты, 1984 й. — Нефтекама яһалма күн ПБ, 1992 й. — ЯАЙ, 2003 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапҡыр каландр ысулы м‑н баҫып, өҫ яғын биҙәп трикотаж аҫлыҡлы яһалма күн (1970), яҡтыға сыҙамлы капровелюр тышлыҡ материалы (1982), термик елемле ҡатлау материалдары (1990), тотош формаланған автомобиль деталдәре өсөн мик‑ роперфорациялы яһалма күн (2000) етештереү индерелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика