НЕФТЕКАМА ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡҡ., ш. уҡ Асҡын, Балтас, Борай, Краснокама, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Тәтешле, Яңауыл р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. Нефтекама автозаводын, Нефтекама күн‑галантерея фабрикаһын, Нефтекама яһалма күн производство берекмәһен электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив-диспетчер хеҙмәте Нефтекамала, район диспетчер пункттары бөтә атап үтелгән райондарҙа урынлашҡан. 2012 й. уның составына дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 1239,4 МВ•А булған 35—110 кВ көсөргәнешле 73 электр подстанцияһы, 0,4—10 кВ (оҙонлоғо 6645 км) һәм 35—110 кВ көсөргәнешле (2245 км) электр тапшырыу линиялары ингән. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 29447,6 шартлы берәмек тәшкил итә. 1964 й. “Башкирэнерго”ның Төньяҡ юғары вольтлы электр селтәрҙәре районы базаһында Н.э.б.с. булараҡ ойошторола, 1992 й. алып уның филиалы, 2005 й. — “БашРЭС—Нефтекама” — “Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ бүлендек йәмғиәте филиалы. 2012 й. башлап “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” ААЙ “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ бүлендек йәмғиәтенең “Н.э.б.с.” производство бүлексәһе. 

Ш.Ғ.Китабов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика