НЕФТЕКАМА ТОРЛАҠ ТӨҘӨҮ КОМБИНАТЫ, 1975 й. Нефтекама эре панелле торлаҡ төҙөү з‑ды булараҡ ойошторола, 1978 й. алып Н.т.т.к., 1988 й. — “Башнефтегазстрой” проект-төҙөлөш берекмәһе, 1991 й. — “Стронег” ААЙ‑ның “Н.т.т.к.” бүлендек ЯСЙ, 1997 й. ябыла. Комбинат составына форма эшләү, арматура, бетон бутағыс, оҙон үлсәмле әйберҙәр, ремонт-механика цехтары, әҙер продукция склады ингән. Эшләгән осорҙа пр‑тие тарафынан 700 мең м2 ашыу торлаҡ төҙөлә. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика