НЕФТЕКАМА НЕФТЬ ПРОМЫСЛАҺЫ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Нефть промыслаһы һәм энергия ҡорамалдарын (ш. уҡ уларҙың запас частарын), нефть промыслаһы инструментын яһау, уларға ағымдағы һәм капиталь ремонт үткәреү, сервис ярҙамы күрһәтеү пр‑тиеһы; насос‑компрессор һәм нефть үткәргес торбалар, полиэтилен торбалар, кабель продукцияһы өсөн коррозияға ҡаршы полимер ҡаплау етештерә; төрлө ҡорамалдарҙы, котлонадзор объекттарын экспертиза ярҙамында һәм техник яҡтан тикшереү эштәрен һ.б. башҡара. Составында Бәләбәй, Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Өфө, Яңауыл ҡҡ., Бәләбәй р‑нының Приют ҡасабаһында, Краснокама р‑нының Арлан һәм Редькин аа., Илеш р‑нының Теләпән а. структур бүлексәләре бар. 2012 й. 1314 кеше эшләгән. Продукцияһын һәм хеҙмәттәрен ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиелары. 1973 й. “Башнефтегазпром” идаралығының Октябрьский үҙәк производство хеҙмәте базаһы филиалы — Нефтекама үҙәк производство хеҙмәте базаһы булараҡ ойошторола, 1975 й. алып “Башнефть” ПБ‑ның Нефтекама үҙәк нефть промыслаһы һәм быраулау ҡорамалдарын ремонтлау һәм прокатлау б‑са етештереү хеҙмәте базаһы, 1995 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2003 й. хәҙ. статусын ала.  

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика