НЕФТЕКАМА КҮН‑ГАЛАНТЕРЕЯ ФАБРИКАҺЫ, ААЙ. Сумка, портфель, папка, ранец, рюкзак, янсыҡ, бумажниктар һ.б. етештерә. Составында бесеү, 2 тегеү цехы, һынау участкаһы бар. 2012 й. 116 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1971 й. Өфө күн‑галантерея фабрикаһының Нефтекама цехы булараҡ ойошторола, 1990 й. алып Нефтекама күн‑галантерея изделиелары сығарыу ф‑каһы, 1994 й. — “Галантерея” ААЙ, 1997 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика