НЕФТЕКАМА ИТ‑КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, 1964 й. ойошторола, 1994 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Комб‑т составында һуғым, ит‑май, колбаса (ҡеүәте тәүлегенә 15 т), консерва (айына 400 туба) цехтары, һыуытҡысы һ.б. булған. Ит, ит консервалары, колбаса ризыҡтары, ыҫланған аҙыҡ, иттән ярым фабрикаттар, аҡ май, аҙыҡ әҙерләү һәм сәнәғәттә файҙаланыу өсөн майҙар, колбаса өсөн тыш, ит-һөйәк оно һ.б. етештергән. 2003 й. 85 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.  

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.