НЕФТЕКАМА АВТОЗАВОДЫ, “Н е ф А З”, ААЙ. Составында ауҙармалы машиналар, вахта автобустары, һыйҙырышлығы 8‑ҙән алып 38 м3 тиклем булған автоцистерналар, тағылмалар һәм ярым тағылма‑цистерналар, йөк күтәреүсәнлеге 7‑нән алып 30 т тиклем булған дөйөм транспорт тәғәйенләнешле тағылмалар һәм ярым тағылмалар, пассажир автобустары, а.х. техникаһы, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары производстволары. 2012 й. 8286 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла. 1970 й. ойошторола, 1977 й. Нефтекама ауҙармалы машиналар етештереү з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1978 й. алып Нефтекама ауҙармалы машиналар з‑ды, 1993 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапҡыр һалҡын килеш һуҙыу ысулы м‑н гидроцилиндрҙар өсөн плунжерҙар яһау технологияһы индерелә (80‑се йй.). Пр‑тие м‑н З.Ә.Ғарипов, Р.С.Маликов, В.М.Сюткин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика