АРИНИН Александр Николаевич (29.11.1955, Киев), политолог. Тарих ф. канд. (1983), сәйәси ф. д‑ры (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1979), 1983 й. алып шунда уҡ эшләй (1987 й. башлап совет осорондағы СССР тарихы каф. мөдире). 1989 й. алып РСФСР Коммунистар партияһының Башҡ‑н респ. ком‑тының милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр м‑н бәйләнештәр секторы мөдире, 1990 й. идеология бүлеге мөдире урынбаҫары. 1991 й. алып Мәскәү технология ин‑ты Өфө филиалының ватан тарихы һәм мәҙәниәте каф. мөдире. 1993 й. башлап РФ Дәүләт думаһы депутаты. 2000 й. алып Федерализм һәм граждандар йәмғиәте ин‑ты дир. (Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре Рәсәй дәүләтенең тарихи, хоҡуҡи, сәйәси үҫеш проблемаларына арналған. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: К новой стратегии развития России. Федерализм и гражданское общество: идейно-теорет., полит. и правовые аспекты. М., 2000.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.