“НЕФТЕГАЗВЗРЫВПРОМСТРОЙ” т р е с ы, ААЙ. Магистраль үткәргес торбалар төҙөлөшөндә, нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын әҙерләгәндә, тау‑мәғдән пр‑тиеларының карьерҙарында һәм шахталарында быраулау‑шартлатыу эштәрен, биналарҙы һүтеү һәм йүнәлешле емереү, электрохимик һаҡлау ҡоролмаһына һәм һыуға скважиналар быраулау, шартлау энергияһын ҡулланып төрлө диам. торбалар ҡырҡыу һ.б. б‑са эштәр башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составына производство базаһы (1979 й. ойошторолған), шартлай торған материалдар склады (1974, Благовещен р‑ны), Белгород ҡ. филиалы, Екатеринбург, Новороссийск, Өфө, Якутск ҡҡ. бүлендек пр‑тиелары инә. 2012 й. 2430 кеше эшләгән. Төп ҡулланыусылары — БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть һәм газ сығарыу, төҙөлөш, тау‑мәғдән пр‑тиелары. 1979 й. СССР‑ҙың көнсығыш р‑ндарында үткәргес торбалар төҙөү б‑са Баш терр. идаралыҡтың Махсус быраулау‑шартлатыу эштәре идаралығы булараҡ ойошторола, 1986 й. алып “Востокнефтегазвзрывпромстрой” махсус тресы, 1988 й. — “Н.” мобиль махсус тресы, 1992 й. — “Н.” ААЙ, 1994 й. — хәҙ. исемен йөрөтә.   

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика