“НЕФТЕАВТОМАТИКА”, т ө б ә к - а р а А А Й. Нефть сығарыу, әҙерләү, ташыу объекттарын комплекслы автоматлаштырыу м‑н шөғөлләнә; сәнәғәттең нефтегаз һәм яҡын тармаҡтарын автоматлаштырыу һәм метрология йәһәтенән тәьмин итеү өсөн ҡорамалдар етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составына көйләү идаралыҡтары (Әлмәт, Нефтекама, Өфө) инә. Баш ғилми метрология үҙәге (Ҡазан), уҡыу үҙәге (Лениногорск ҡ.), Дзержинск, Мәскәү, Нягань, Омск ҡҡ. айырым бүлектәре бар. 2013 й. 1000‑дән ашыу кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар: БР һәм РФ‑тың, яҡын сит илдәрҙең нефть‑газ сығарыу пр‑тиелары. 1968 й. “Союзнефтеавтоматика” Бөтә Союз ПБ булараҡ нигеҙ һалына. 1985 й. алып “Н.” ҒПБ, 1993 й. хәҙ. статусын ала. 1970 й. алып “Н.” — РФ нефть сәнәғәте метрология хеҙмәтенең баш ойошмаһы. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика