НЕМКОВА Татьяна Ивановна (22.11. 1937, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Үҙән а. — 9.3.2012, Белорет ҡ.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1956 й. алып Белорет металлургия комб‑тында арҡан ишеү б‑са машинист, 1981— 92 йй. 25‑се юғары ПУ‑ла (Белорет) производствоға өйрәтеү мастеры. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), 1‑се (1986), 2‑се (1981), 3‑сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт даны орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика